

Туймазы районы Балтай ауылынан ун йәшлек Илназ Дәүләтов былтыр йәй футбол уйнағанда трансформатор будкаһынан тупты алам тигәндә электр тогынан һуғылып, ҡулһыҙ ҡалғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптарға уның ҡулдарын ҡырҡырға тура килде. "Тәүҙә шок булды, әммә бишенсе көнгә, реанимацияла ятҡан саҡта уҡ, был хәлде ҡабул иттем", - ти Илназ.
Изге йәнле кешеләр ғаиләгә дарыуҙар һатып алырға йәки йортҡа ремонт эшләргә ярҙам иткән. Илназ өсөн иң ҡиммәтле бүләк - бионик протездар. Уның хаҡы 3 миллион һум тора. Аҡсаны күмәкләп йыйғандар.
Хәҙер малай әйберҙәрҙе алып бирергә өйрәнгән. Протездың заряды ике көнгә етә. Уның протездарын йыл да алмаштырырҙар, тип өмөтләнә әсә.
Киләсәктә Илназ футбол менән профессиональ рәүештә шөғөлләнергә уйлай. Ҡасан да булһа үҙенең кумиры - Аргентина командаһы капитаны Лионель Мессиҙың ҡапҡаһына туп индерергә хыяллана.
Өй эштәрендә лә ярҙамы тейә уның. Көҙгөһөн картуф йыйышырға сығырмын, ти ул. Яңы уҡыу йылында Илназ өйҙә түгел, ә мәктәпкә йөрөп уҡый башлаһын ине, тигән теләктә малайҙың ата-әсәһе. Был турала ҡарарҙы махсус комиссия август айында ҡабул итергә тейеш.