+22 °С
Ямғыр


Бөгөн Баҡалылағы фажиғә, иҫерек шофер арҡаһында дүрт ҡыҙҙың һәләк булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 17, 18 һәм ике 19 йәшлек һылыуҙар сәнғәт училищеһында, колледжында имтихандарын тапшырып, ауылға каникулға ҡайтҡандар. Яна, Анна, Эльвина, Ксения исемле ҡыҙҙар кафела ултырғандан һуң ҡайтырға юлғы сыҡҡан. Иҫерек водитель дә Баҡалынан булған. Их, эскән килеш машинаға ултырмаһаҡ ине! Күпме бәлә-ҡазалар шул арҡала килеп сыға!
Фото: "Башинформ"