

Бөгөн, 19 июлдә, Мәләүез районында ике еңел машина ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта республика ЮХХДИ-нан һәм прокуратуранан хәбәр иттеләр.
Авария Өфө-Ырымбур трассаһының 196-сы саҡрымында 4:40 тирәһендә булған. Унда “Ford Focus” менән ҡаршы килгән “Лада Ларгус” бәрелешкән. Бәрелешкәндән һуң икенсе машина юл ситенә әйләнеп төшкән.
Асыҡланыуынса, “Ford Focus” автомобиле рулендә – Стәрлетамаҡ районынан 30 йәшлек, ә “Лада Ларгус”та Сибай ҡалаһынан 36 йәшлек ир булған. Аварияла ике автомобилдең дә водителдәре һәм “Лада Ларгус”тағы Йылайыр районынан 70 йәшлек пассажир “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән биргән. Шулай уҡ “Лада Ларгус”тағы өс пассажир дауаханаға оҙатылған, әммә уларҙың береһе – Хәйбулла районынан 62 йәшлек ҡатын да үлгән. Табиптар ҡалған ике пассажирҙың ғүмере өсөн көрәшә.
Әле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ сайты.