Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
28 Июль 2022, 10:02

"Ундай рюкзакты нисек онотоп ҡалдырырға була?"

Стәрлетамаҡта берәү электричкаға һуңламайып тип, ашығып, ҙур сумма ятҡан рюкзагын вокзалда онотоп ҡалдырған. 

"Ундай рюкзакты нисек онотоп ҡалдырырға була?""Ундай рюкзакты нисек онотоп ҡалдырырға була?"
"Ундай рюкзакты нисек онотоп ҡалдырырға була?"

Стәрлетамаҡта берәү миллион һум аҡса ятҡан рюкзагын вокзалда онотоп ҡалдырған. "Ундай рюкзакты нисек онотоп ҡалдырырға була?" - тип аптырай халыҡ. 

Видеокүҙәтеү камераһы төшөрөп алған яҙмаларҙы ҡарағандан һуң полицейскийҙар рюкзактың хужаһын асыҡлаған: бер ир кассала Ырымбур - Өфө ҡала яны поезына билет һатып алғанда уны ултырғысҡа ҡуйып торған.

Был ваҡытҡа электр поезы станциянан ҡуҙғалып киткән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар тиҙ генә транспорт бригадаһы менән бәйләнешкә инеп, уларҙан вокзалда табылған багаж тураһында иғлан биреүҙәрен һораған.

Рюкзактың хужаһы табылған. Уның әйтеүенсә, ул яҡындағы станцияла электричканан төшөп ҡалған һәм такси менән Стәрлетамаҡҡа кире килгән.

«Һуңға ҡалмаҫ өсөн ир билет һатып алғас та электричкаға ултырырға ашыҡҡан, ә рюкзак тураһында бөтөнләй онотҡан. Иғланды ишеткәс кенә аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡанын аңлаған.

Шәхси әйберҙәренән тыш, рюкзакта юғары уҡыу йортонда улын уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән бер миллион һумдан ашыу аҡсаһы бар ине», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас