Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
2 Август 2022, 02:50

Ике яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй геройы исеме бирелде

«Әле бик ауыр тантана булды. Беҙ ошо егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәсәй Геройы йондоҙҙарын тапшырҙыҡ. Ата-әсәләре иҫән. Беҙ шундай егеттәрҙең булыуы менән ғорурланабыҙ», - тип белдерҙе Хәбиров.

Ике яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй геройы исеме бирелдеИке яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй геройы исеме бирелде
Ике яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй геройы исеме бирелде

Владимир Путин указы менән Өфөнән Максим Серафимовтың һәм Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамовтың ата-әсәһенә Рәсәй Геройы йондоҙо тапшырылды.

«Әле бик ауыр тантана булды. Беҙ ошо егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәсәй Геройы йондоҙҙарын тапшырҙыҡ. Ата-әсәләре иҫән. Беҙ шундай егеттәрҙең булыуы менән ғорурланабыҙ», - тип белдерҙе Хәбиров.

Шулай уҡ тағы дүрт яҡташыбыҙ: Өфөнән Альберт Аллағолов, Вадим Кельдин, Сибайҙан Егор Ефимов, Ҡырмыҫҡалы районынан Марсель Ҡорманалин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

«Йәш кенә егеттәр, - тине Радий Хәбиров. – Берәүһенең балаһы һәм йөклө ҡатыны ҡалды, икенсеһенең дә хәләл ефете бәпәй көтә».

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас