Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
11 Август 2022, 08:49

Республикала инвалид балаларҙы чиновниктар дарыуҙарһыҙ ҡалдырған

Тәфтишселәр «Иғтибарһыҙлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Республикала инвалид балаларҙы чиновниктар  дарыуҙарһыҙ ҡалдырғанРеспубликала инвалид балаларҙы чиновниктар  дарыуҙарһыҙ ҡалдырған
Республикала инвалид балаларҙы чиновниктар дарыуҙарһыҙ ҡалдырған

Диабетик балалар оҙаҡ ваҡыт йәшәү өсөн кәрәкле дарыуҙарһыҙ ҡалған. Улар «Фиаспа» ла, глюкозаны өҙлөкһөҙ тикшереү өсөн системалар ҙа алмаған.

Был препараттарҙы «беренсе төр шәкәр диабеты» ауырыуы менән яфаланыусы инвалид балалар медицина изделиеларын бушлай алырға тейеш. Әммә закон талаптарын боҙоп, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үрҙә әйтелгән препараттарҙы тейешле күләмдә һатып алмаған. Һөҙөмтәлә балалар дарыуҙарһыҙ яфаланған.

Тәфтишселәр «Иғтибарһыҙлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Уның менән республика Тәфтиш идаралығының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлексәһе шөғөлләнәсәк, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас