Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
27 Август 2022, 09:11

Өфөлә медуниверситеттың дөйөм ятағы янып киткән

Янғын һүндереүселәр һигеҙ кешене ҡотҡарған, 432-һен эвакуациялаған.

Өфөлә медуниверситеттың дөйөм ятағы янып киткәнӨфөлә медуниверситеттың дөйөм ятағы янып киткән
Өфөлә медуниверситеттың дөйөм ятағы янып киткән

Янғын Өфөнөң Минһажев урамында БДМУ-ның 5-се дөйөм ятағында башланды. Хәүеф сигналы буйынса  беренсе булып килгән Өфө гарнизонының янғын һүндереү звеноһы ятаҡта йәшәүселәрҙе тиҙ арала эвакуациялай башлаған. Туғыҙ ҡатлы йорттоң етенсе ҡатындағы тәҙрәнән төтөн урғылған. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре төтөн зонаһынан һигеҙ кешене ҡотҡарған. Бинанан бөтәһе 432 кеше эвакуацияланған. Бөтә биналар ҙа тикшерелгән, зыян күреүселәр юҡ.

Ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүҙә 48 кеше ҡатнашҡан, 18 берәмек техника йәлеп ителгән.

Янғын сәбәбен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе һәм һынау янғын лабораторияһы эксперты асыҡлай.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас