

Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылының Йәштәр урамында асфальт һалынған.
"Элек урамдан техника үтһә саң туҙаны күтәрелә ине, ямғыр ваҡытында, яҙлы-көҙлө бысраҡ булды, хәҙер инде ялтырап ятҡан асфальттан ғына йөрөйәсәкбеҙ", тип ҡыуанысын белдерә ауыл халҡы.
Әйткәндәй, был асфальт район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ауыл халҡына бүләге. "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып еңеү яулауға өлгәшкән ауыл халҡына конкурс барышында уҡ ошо хаҡта хәбәр иткәйне ул. Конкурста еңгән дүрт миллион һум аҡсаны иһә ауыл халҡы хоккей коробкаһы, балалар майҙансығы, урам сәхнәһен төҙөүгә һәм башҡа төҙөкләндереү эштәренә йүнәлтергә ниәтләй.
Фото: