Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
5 Сентябрь 2022, 15:37

Аҡҡош тоғролоғо

Ишенең һәләкәтен күтәрә алмаған...

Аҡҡош тоғролоғоАҡҡош тоғролоғо
Аҡҡош тоғролоғо

Силәбе өлкәһендә була был хәл. Ауыл халҡы ике аҡҡоштың мәйетенә юлыға. Урындағы халыҡ уларҙы браконьерҙар үлтергән тип уйлай һәм тәбиғәтте һаҡлау инспекторҙарына хәбәр итә.

Белгестәр тикшереү үткәргәндән һуң, фажиғәнең сәбәбен ҡоштарҙың тоғролоғо менән бәйләй - аҡҡоштарҙа йәрәхәт булмаған, берәүһенең суҡышында аҙ ғына яра булған.

Инә аҡҡош осоп китеп барғанда электр сымына эләгеп һәләк була. Үҙ ишенең һәләкәтен күтәрә алмаған ата ҡош, ҡапыл бейеккә күтәрелеп, аҫҡа ташлана...

 

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас