+21 °С
Облачно


Нефтекамала полиция 79 йәшлек пенсионерҙы алдаған ирҙе эҙләйҙәр. Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, һатыусы оло йәштәге кешегә 20 мең һумға 150 мең һум торған фирма һауыт-һабаһы комплектын һатып алырға тәҡдим иткән.
Пенсионерҙың үҙе менән ҡулаҡсаһы булмағанлыҡтан, ул һатыусыны өйөнә алып ҡайта. Фатирҙа ҡунаҡ хужаһын 57 мең һумға кәстрүлдең тулы комплектын һатып алырға күндерә.
Пенсионерҙың балалары, тауарҙың сифатын күреп, полицияға мөрәжәғәт итә.