Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
19 Сентябрь 2022, 09:47

Республикала ҡыҙ поезд аҫтына эләккән

Ваҡиға сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

Республикала ҡыҙ поезд аҫтына эләккәнРеспубликала ҡыҙ поезд аҫтына эләккән
Республикала ҡыҙ поезд аҫтына эләккән

Башҡортостанда 16 сентябрҙә ашығыс хеҙмәттәргә Дәүләкәндә 19 йәшлек ҡыҙ менән тимер юлда бәхетһеҙ осраҡ булғаны тураһында хәбәр килде. Был хаҡта 19 сентябрҙә ЦУР-ҙа оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

«Үтеп барған йөк поезы менән тәғәйенләнмәгән урындан тимер юл аша сығып барған ҡыҙ үлемесле йәрәхәтләнгән», - тип хәбәр итте ул.

Ваҡиға сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-09-19/v-bashkirii-zhenschina-ugodila-pod-gruzovoy-poezd-2955668

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас