Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
19 Сентябрь 2022, 14:56

Тәҙрә йыуам тип...

Башҡортостанда 20 йәшлек студент ҡыҙ фажиғәле һәләк булған.

Тәҙрә йыуам тип...Тәҙрә йыуам тип...
Тәҙрә йыуам тип...

Башҡортостандың Салауат районы Мәсетле ауылынан 20 йәшлек студент ҡыҙ фажиғәле һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡ шәмбе 17 сентябрҙә Өфөлә теркәлгән. Ул туғандарының фатирындағы тәҙрәләрҙе йыуырға уйлаған һәм тотоноп ҡала алмай дүртенсе ҡаттың бейеклегенән аҫҡа ҡолап төшкән. Ваҡиға урынына килгән табиптар уның үлемен раҫлаған.

«Салауат ерендә» гәзите мәғлүмәте буйынса, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 4 курста уҡыған Рәйсә Рәхимова һәләк булған.

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов Рәхимовтар ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашты.

«Яңы сәскә атҡан мәлдә Мәсетле ауылында тыуып үҫкән Рәхимова Рәйсә Әнүәр ҡыҙы фажиғәле рәүештә яҡты донъянан китте... Уға 21 йәш тулырға тейеш ине. Мин Рәйсәнең ата-әсәһе, яҡындары һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ата-әсәһе өсөн бик ҙур ҡайғы... Был ҙур юғалтыу кисерергә уларға көс һәм сабырлыҡ юлдаш булһын», - тип яҙҙы район башлығы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас