Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
25 Сентябрь 2022, 12:25

Ишембай районында үлемесле авария теркәлде

Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ишембай районында үлемесле авария теркәлдеИшембай районында үлемесле авария теркәлде
Ишембай районында үлемесле авария теркәлде

Авария Стәрлетамаҡ-Ишембай автомобиль юлының 1-се саҡрымында теркәлгән. Алынған мәғлүмәттәр буйынса, "Рено Логан" менән "Шевроле Авео" бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "Рено" водителе алған йәрәхәттәрҙән вафат булған.

"Шевроле" водителе һәм уның ике пассажирына, шул иҫәптән 12 йәшлек балаға медицина ярҙамы талап ителгән. Әле ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас