Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
26 Сентябрь 2022, 07:56

Билдәһеҙ ир мәктәптә атыш ойошторған

Атыш дәрес барышында башлана, ҡара костюмлы билдәһеҙ ир класҡа атылып инеп, балаларға ата башлай.

Билдәһеҙ ир мәктәптә атыш ойошторғанБилдәһеҙ ир мәктәптә атыш ойошторған
Билдәһеҙ ир мәктәптә атыш ойошторған

Удмуртияның баш ҡалаһында Пушкин урамындағы 88-се мәктәптә атыш булған. Шаһиттар Дәүләт хеҙмәте идаралығының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә хәбәр итеүенсә, полиция хеҙмәткәрҙәре учреждениены ҡамап алған.

Атыш дәрес барышында башлана, ҡара костюмлы билдәһеҙ ир класҡа атылып инеп, балаларға ата башлай. Мәктәп директоры яралы үҫмер менән кабинетта йәшенеп өлгөргән. 

Удмуртия башлығы Александр Бречалов ваҡиға урынына килеүе тураһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, мәктәптең бөтә махсус хеҙмәттәре, ашығыс ярҙамы эшләй, бөтә көстәр йәлеп ителгән.

Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, алты кешенең, шул иҫәптән мәктәп һаҡсыһы, өлкән йәштәге ирҙең ғүмере өҙөлгән.

Ҡәбәхәт һуңынан үҙен юҡ иткән. 

Мәрхүмдәрҙең яҡындарына Хоҙайым түҙем бирһен.

https://ufa1.ru/text/incidents/2022/09/26/71684534/

 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас