Шоңҡар
+1 °С
Ясно
Хәүефһеҙлек
30 Сентября 2022, 07:50

Владимир Путин Херсон һәм Запорожье өлкәләренең бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы

Документтар тексында билдәләнеүенсә, ошо биләмәләрҙең дәүләт суверенитеты һәм бойондороҡһоҙлоғо халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына, БМО Уставында беркетелгән халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғына ярашлы таныла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Путин Херсон һәм Запорожье өлкәләренең бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында указдарға ҡул ҡуйҙыВладимир Путин Херсон һәм Запорожье өлкәләренең бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин Херсон һәм Запорожье өлкәләренең бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Херсон һәм Запорожье өлкәләренең бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы. Документтар Рәсәйҙең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документтар тексында билдәләнеүенсә, ошо биләмәләрҙең дәүләт суверенитеты һәм бойондороҡһоҙлоғо халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына, БМО Уставында беркетелгән халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғына ярашлы таныла.

Херсон һәм Запорожье өлкәләре халыҡтары был хоҡуҡты быйыл 27 сентябрҙә уҙған референдумдар барышында ғәмәлгә ашырҙы.

Рәсәй Президентының 2022 йылдың 29 сентябрендәге указдары ҡул ҡуйған көндән көсөнә инә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-09-30/vladimir-putin-podpisal-ukazy-o-priznanii-nezavisimosti-hersonskoy-i-zaporozhskoy-oblastey-2971317

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас