

Өфө үҙәгендә бер ир ҡыуаҡтар араһында ҡыҙ баланы көсләгән. Уны эҙләйҙәр
5 октябрҙә кис көнө Өфөнөң Совет районы биләмәһендә билдәһеҙ ир Октябрь проспектындағы 5/2-се һәм Левченко урамындағы 4-се йорттар тирәһендә бәлиғ булмаған ҡыҙға ҡарата енәйәт ҡылған. Һуңынан уның кеҫә телефонын урлап ҡасҡан. Кисә баш ҡала мәктәптәре чаттарында ошондай мәғлүмәт таралды.
Ата-әсәләр балаларын кисен урамға сығармаһын, дәрестән һәм түңәрәктәрҙән һуң ҡаршы алһын, тип иҫкәртәләр мессенджерҙарҙа.
«Ата-әсәләр, зинһар, уяу булығыҙ! Совет районында маньяк йөрөй», тиелә хәбәрҙә.
Ирҙе Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 131-се статьяһы («көсләү») буйынса эҙләйҙәр. Ул 30-35 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, буйы 170-175 сантиметр. Йылы спорт костюмы кейгән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре белдереүенсә, был хәбәр дөрөҫ. Әлегә тулыраҡ мәғлүмәт юҡ.
Был мәғлүмәтте мөмкин тиклем күберәк таратығыҙ! Уны тиҙ арала тоторға кәрәк!
"Башинформ" агентлығы.