Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
7 Октябрь 2022, 15:03

Орскиҙа Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтереү тураһында эш буйынса суд башланды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 2021 йылдың сентябрендә Гай ҡалаһында булды.

Орскиҙа  Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтереү тураһында эш буйынса суд башландыОрскиҙа  Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтереү тураһында эш буйынса суд башланды
Орскиҙа Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтереү тураһында эш буйынса суд башланды

Орскиҙа Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән 30 йәшлек Александр Лазаревҡа ҡарата енәйәт эшен ҡарау башланды. «Башинформ» агентлығына мәғлүмәтте Ырымбур өлкәһе прокуратураһында раҫланылар.

"Ултырыш ябыҡ режимда үтә. Ошо енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүен Ырымбур өлкәһе прокуроры Руслан Медведев үҙе ҡарай", - тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 2021 йылдың сентябрендә Гай ҡалаһында булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре фатирҙа янғынды һүндерергә килгән унда көс ҡулланып үлтереү билдәләре менән ике ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡан. Өсөнсө кәүҙә йорт ихатаһында табылған.

Фажиғале һәләк булған ҡыҙҙарға 17, 18 һәм 19 йәш булған. Улар Ырымбурға Башҡортостандың Баймаҡ һәм Күгәрсен райондарынан килгән, Орск медицина колледжы филиалында уҡыған һәм ҡуртымға алған бер фатирға йәшәгәндәр.

Тәфтишселәр фаразы буйынса, Лазарев 29 сентябрҙә кискеһен Йәштәр урамындағы йорттоң беренсе ҡатындағы фатирҙың тәҙрәһе аша ҡыҙҙарҙы күргән. Быға тиклем ул улар менән таныш булмаған. Ул өсөһө лә йоҡларға ятҡанын һәм торлаҡҡа ингәнен көтөп алған. Фажиғәле осраҡ арҡаһында ишек бикле булмаған. Ир уларҙы көсләгән һәм һәр береһенең муйынына, күкрәгенә бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Шунан һуң енәйәтсе фатирҙа еңел тоҡанып китеүсе предметтарға ут төрткән. Был ваҡытта студенттарҙың береһе, яраланыуына ҡарамаҫтан, фатирҙан тышҡа йүгереп сыҡҡан. Унда Лазарев ҡорбанына бысаҡ менән сәнскән һәм енәйәт урынынан ҡасҡан.

Ирҙе бер нисә көндән һуң ҡулға алғандар. Тикшереү барышында шулай уҡ 2021 йылдың 15 авгусында енәйәтсе Гай ҡалаһында урта йәштәге ҡатынды көсләүе асыҡланды. Комплекслы психологик-психиатрик экспертиза ирҙең тулыһынса ғәйепле булыуын асыҡлаған.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас