Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
20 Октябрь 2022, 08:00

Башҡортостандың хәрби комиссары тағы нисә мобизацияланған ир-егет оҙатыласағы тураһында һөйләне

Рәсәй Президенты әйтеүенсә,  өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәргә түләү айына 195 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш .

Башҡортостандың хәрби комиссары тағы нисә мобизацияланған ир-егет оҙатыласағы тураһында һөйләнеБашҡортостандың хәрби комиссары тағы нисә мобизацияланған ир-егет оҙатыласағы тураһында һөйләне
Башҡортостандың хәрби комиссары тағы нисә мобизацияланған ир-егет оҙатыласағы тураһында һөйләне

Бөгөн БР хәрби комиссары Михаил Блажевич БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһаны. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, БР военкомы хәрби уҡытыу урындарына тағы 20-30 мобизацияланған ир-егет оҙатырға ҡалды тигән.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республика хәрби комиссариатындағы табиптар комиссияһы «ПроМед» төбәк мәғлүмәт-аналитика медицина системаһы менән эшләп, мобилизацияланғандарҙың ниндәй хроник сирҙәре булыуын тикшерә алған.

Михаил Блажевич һөйләүенсә, хәрбиҙәргә сентябрь һәм октябрь айҙары өсөн аҡса  түләй башлағандар, бының буйынса ҡарар ҡабул ителгән.  Рәсәй Президенты өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәргә түләү айына 195 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш тине.

Фото: Валерий Шахов

 

Автор:
Читайте нас