Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
2 Ноябрь 2022, 06:15

4000 егетте саҡырасаҡтар

Хеҙмәт итеү ваҡыты нисә йыл буласаҡ? 

4000 егетте  саҡырасаҡтар4000 егетте  саҡырасаҡтар
4000 егетте саҡырасаҡтар

1 ноябрҙән республикала, тотош илдәге кеүек үк, көҙгө саҡырылыш башланды. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, өлөшләтә мобилизация үткәреүгә бәйле Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафына һайлап алыу бер айға кисектерелде.

Ике айҙа республикала 4000 кешене хәрби хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла. Ҡораллы көстәрҙең бөтә төрҙәре комплектлана. Бөгөн хеҙмәт йәшендәге егеттәр медкомиссияһы үтә башланы. Уларҙы хәрби хеҙмәткә оҙатыу 10 ноябрҙә башлана, тип хәбәр итте матбуғат конференцияһында Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич.

«Хәрби хеҙмәткә алыу планға ярашлы башҡарыла, был махсус хәрби операцияға бер нисек тә бәйле түгел. Егеттәр Рәсәй биләмәһендә генә хеҙмәт итәсәк. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң улар өйҙәренә ҡайтарыла. Бер кемгә лә хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтмайҙар», – тип билдәләне Михаил Блажевич.

Фото: "Бәйләнештә"

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас