Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Хәүефһеҙлек
3 Ноября 2022, 15:25

Асҡар егете Тимур Кәлимуллин да бар

Ҡаһаманлығы өсөн ҡыйыу яҡташыбыҙ йыл башында генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгәйне. Әле уға "Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалы бирелде.

Асҡар егете Тимур Кәлимуллин да барАсҡар егете Тимур Кәлимуллин да бар
Асҡар егете Тимур Кәлимуллин да бар

Һөнәри байрамдары алдынан Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министры, полиция генералы Владимир Колокольцев эске эштәр органдарының 30 хеҙмәткәренә дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ – Асҡар егете Тимур Кәлимуллин да бар. Был хаҡта Әбйәлил районының "Осҡон" гәзите яҙа. "Юстицияның өлкән лейтенанты Тимур Айҙар улы Кәлимуллин Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлексәһендә тәфтишсе булып эшләй. Ул 2020 йылдың ноябрендә өс бала менән ҡатынды уттан алып сыға. Ҡаһаманлығы өсөн ҡыйыу яҡташыбыҙ йыл башында генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгәйне. Әле уға "Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалы бирелде. Ҡотлайбыҙ!" - тип белдерә баҫма.

Гөлнара Күсәрбаева

Автор:
Читайте нас