Шоңҡар
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Ноябрь 2022, 07:40

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Был оло байрамда бөтөнөһөнөң дә тыуған илен һөйөүен, төрлө милләтле дуҫтары булыуын теләйбеҙ. Күгебеҙ һәр саҡ тыныс, таңыбыҙ алһыу, көндәребеҙ ҡояшлы булһын. Берҙәмлек һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә булһын. Халыҡ-ара берҙәмлек көнө менән!  

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө тип, Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға – 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды.
Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоуҙы күрәбеҙ. Башҡортостан яугирҙәренең дә азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. Улар, үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, Рәсәй армияһының күп кенә походтарында ҡатнашып, 1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтте. Яугирҙәребеҙ Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен данға күмде.
Был байрамды билдәләп, беҙ күп милләтле Рәсәй халҡының ватансылығына һәм берҙәмлегенә, ауыр һынауҙар осоронда бөйөк Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалған Рәсәй халҡының барлыҡ быуындарына тәрән ихтирам белдерәбеҙ.
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас