Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
4 Ноябрь 2022, 09:15

Рэкетирҙар һаман да бар икән...

Енәйәтселәр дүрт ай таксистарҙан аҡса талап иткән.

Рэкетирҙар һаман да бар икән...Рэкетирҙар һаман да бар икән...
Рэкетирҙар һаман да бар икән...

Төркөм тарафынан яһалған енәйәт эше Бәләбәйҙә йәшәгән 36 йәшлек иргә һәм уның ике иптәшенә асылған.

Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡала кешеһе пассажирҙар ташыу баҙарын тартып алырға  ярҙам итеү өсөн  1,5 миллион һумға ике ир яллаған.

Бәләбәйҙән Өфөгә һәм кирегә ташыу менән шөғөлләнгән урындағы эшҡыуарға бандиттар үс алыу менән янай һәм бер нисә тапҡыр мөлкәтен боҙа. Криминаль драмаларҙы яңынан ҡараған рэкетирҙар хатта уның машинаһы капотында ерләү веноктарын ҡалдырған. Енәйәтселәр ҡатындан 13 миллион һумлыҡ бизнесты тапшырыуын һәм өҫтән 2 миллион һум һалыуын талап иткән.

Шәхси ташыусыларға ла эләккән. Таксистарҙың тәгәрмәстәрен тишкәндәр йәки машиналарын ҡамағандар. Бер нисә тапҡыр бандиттар трассала такси тотоп пассажирҙарҙы үҙҙәренең машинаһына күсереп ултыртҡандар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас