Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
5 Ноябрь 2022, 15:42

Биш кредит алып мутлашыусыларға миллион һум аҡса күсергән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, мутлашыусылар ялған номерҙар менән файҙалана ала.

Биш кредит алып мутлашыусыларға миллион һум аҡса күсергәнБиш кредит алып мутлашыусыларға миллион һум аҡса күсергән
Биш кредит алып мутлашыусыларға миллион һум аҡса күсергән

Межгорьела йәшәгән 53 йәшлек ҡатын аферистар ҡорбаны булды, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Уны билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, миллион һумдан ашыу суммаға биш кредит алырға күндергән. Һөҙөмтәлә ҡатын бөтә сумманы мутлашыусыларға күсерә һәм бер нисә көндән һуң ғына үҙенең алданғанын аңлай.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, мутлашыусылар ялған номерҙар менән файҙалана ала. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсерергә ярамай, ә социаль селтәрҙә таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алғанда улар менән шәхси номерығыҙ буйынса бәйләнешкә инегеҙ.

Автор:
Читайте нас