

Башҡортостанда төнгө сәғәт 1 тирәһендә өйөнән сығып киткән өс малайҙы (5, 8 һәм 12 йәшлектәр) автомобиль багажнигында тапҡандар. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
«Көндөҙгө сәғәт 12-се 30 минутта балалар ВАЗ-2112 автомобиле багажнигында табылған», - тип яҙҙы ул "Бәйләнештә" социаль селтәрендә.
Бер ҡотҡарыусы һүҙҙәренсә, малайҙарҙы тапҡас, улар тыныс йоҡлаған. Улар медицина ярҙамына мохтаж түгел.
Балаларҙы эҙләүҙә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, полиция, кинолог һәм ирекмәндәр ҡатнашты. Төрлө версиялар ҡаралды, ауылдың үҙендә лә эҙләнеләр, яҡын-тирәләге һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙары ҡаралды.
Ваҡиға сәбәптәрен тейешле органдар асыҡлай.
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты