Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
6 Ноябрь 2022, 07:45

Владимир Севастьянов: Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!

Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Саҡмағош районындағы авария хаҡында хәбәр итте.

Владимир Севастьянов: Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!Владимир Севастьянов: Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!
Владимир Севастьянов: Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!

Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төндә ваҡиға урынына барып, Дәүләт автоинспекцияһы һәм тәфтиш-оператив төркөм хеҙмәткәрҙәренең эшен көйләүе тураһында хәбәр итте.

Бөгөн төнгө 12-ләр тирәһендә Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө автомобиль юлының 64-се саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәнлеге билдәле булды. Благовар районынан 57 йәшлек ир идара иткән " "Volkswagen Caravelle"" һәм Пенза өлкәһенән 40 йәшлек ир идара иткән "МАЗ" йөк машинаһы бәрелешкән. Көслө бәрелеү һөҙөмтәһендә дүрт минивэн пассажиры урында һәләк булған, уларҙың икәүһенә - 68-шәр, берәүһенә - 65 һәм водителдең хәләл ефетенә 40 йәш булған. Минивен водителе һәм уның дүрт пассажиры, шул иҫәптән 6 йәшлек бала төрлө йәрәхәттәр алған. Әлеге ваҡытта урындағы табиптар уларҙың ғүмере өсөн көрәшә.

Владимир Севастьянов билдәләүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Volkswagen" водителе,  икенсе машиналарға хәүефһеҙлек тыуҙырыуна инанмайынса, оло юлға килеп сыҡҡан.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас