Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
19 Ноябрь 2022, 12:20

Әсәне хөкөм итәсәктәр

Ҡатын спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауыға...

Әсәне хөкөм итәсәктәрӘсәне хөкөм итәсәктәр
Әсәне хөкөм итәсәктәр

Дүртөйлө районында суд алдына "Бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү, ҡаты мөрәжәғәт менән бәйле" статьяһы буйынса 11 йәшлек игеҙәктең әсәһен хөкөм итәсәктәр, тип хәбәр итә республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.

Ҡатын спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауыға, балаларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнмәй, уларҙы антисанитария шарттарында тота. Шулай уҡ улар даими туҡланыу мөмкинлегенән мәхрүм булған. Уларҙың әсәһе бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, ләкин әхлаҡһыҙ йәшәү рәүешен дауам иткән.

Хәҙер балалар социаль учреждениеға урынлаштырылған. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған, енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

Автор:
Читайте нас