+22 °С
Ямғыр


Өфөлә «Мега» сауҙа үҙәгендәге ювелир магазинының 22 йәшлек һатыусыһы 14 миллион һумлыҡ ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып ҡасҡан. Был хаҡта 21 ноябрҙә SHOT телеграмм-каналы хәбәр итте. Билдәле булыуынса, ҡыҙҙың һуңғы эш көнө 19 ноябрҙә булған. Өлкән һатыусы булараҡ, ул кесе коллегаһын өйөнә ҡайтарып ебәрә һәм, яңғыҙы ҡалғас, витриналарҙғы алтын, гәүһәрҙәрҙе йыйып ала. 22:00 сәғәттә енәйәтсе ике ҡатырға ҡумтала ҡиммәтле әйберҙәр һалып, магазинды япҡан һәм такси менән ҡуртымға алынған фатирына барып еткән. Икенсе көндө ул 11:00 сәғәттә подъездан сыға һәм һоро машинала билдәһеҙ йүнәлештә китә.