"Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге ювелир салонынан 12 миллион һумлыҡ ҡиммәтле биҙәүестәрҙе урлаған 22 йәшлек һатыусы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Уғрыны тыуған яғында - Дзержинск ҡалаһында эләктереп, Өфөгә килтергәндәр.
Әле енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Ҡыҙ һаҡ аҫтына алынған.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.