Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
29 Ноябрь 2022, 17:00

Ялған хәбәргә ышанмағыҙ!

Имеш, Азат Шамил улы операция барышында һәләк булған.

Ялған хәбәргә ышанмағыҙ!Ялған хәбәргә ышанмағыҙ!
Ялған хәбәргә ышанмағыҙ!

Кисәнән бирле интернет селтәрҙәрендә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тураһында имеш-мимештәр йөрөй. Имеш, Азат Шамил улы операция барышында һәләк булған. Беҙгә билдәле булыуынса, Азат Шамил улы ғаиләһе менән кисә бәйләнешкә ингән, барыһы ла яҡшы булыуын, имен-аман хеҙмәт итеүен белдергән. Халыҡтың ялған хәбәр таратыусыларға ышанмауын һорайбыҙ. Аллаһы бойорһа, егеттәребеҙҙе имен-һау ҡаршы алырға яҙһын.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас