

Сабый мөғжизә менән иҫән ҡала. Бригада бөтөнләй икенсе адрес буйынса, температураһы күтәрелгән пациентҡа килгән булған. Сығып барған мәлдә уларҙың янына эргәләге йорттан бер ир йүгереп килгән һәм балаһына ярҙам кәрәк булыуын әйткән.
- Һигеҙ айлыҡ бала «Лего» уйынсығының бәләкәй генә детален йотҡан. Ул тын юлдарында ҡыҫылып ҡалған. Беҙ килгәндә әсә балаһын аяғынан тотоп һелкетә ине. Мин сабыйға тәүге ярҙам күрһәтә башланым. 20 секундтан уйынсыҡ баланың тын юлынан килеп сыҡты. Ул ҡысҡырып ебәрҙе һәм иларға тотондо. Атаһы менән әсәһе лә илай башланы. Әммә барыһы ла һәйбәт тамамланды. Беҙҙең бригаданың йорт янында булыуы баланы ҡотҡарҙы, - тип яҙған фельдшер.
Медик әйтеүенсә, әгәр имсәк баланың тамағына аҙыҡ йә башҡа әйбер торһа, уны аяғынан тотоп һелкетергә ярамай. Сөнки былай сабыйҙы башы менән ҡолатырға мөмкин. Мейеһе һелкенеүе ихтимал.