Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2022, 17:05

Бер ауыл юҡҡа сыҡҡан

Киләһе йылда бының менән нимә эшләргә кәрәклеген уйларға кәрәк.

Бер ауыл юҡҡа сыҡҡанБер ауыл юҡҡа сыҡҡан
Бер ауыл юҡҡа сыҡҡан

Башҡортостанда йыл башынан юлдарҙа 400 кеше һәләк булған, тип хәбәр итте республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов 26 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы идаралығы үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә.


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәләк булғандар һанына иғтибарын йүнәлтте һәм йөкләмәләр бирҙе.

"400 һаны - бик ҙур һан. Беҙ "Росавтодор" менән берлектәге тырышлыҡтар һөҙөмтәһендә федераль трассаларҙа юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтары артыуын бөтөрҙөк. Төбәк һәм муниципаль трассаларҙа ла түбәнәйеү бар, әммә ныҡ түгел. Шуға күрә төбәк һәм урындағы юлдарҙа күпләп кешеләр һәләк булды. Киләһе йылда бының менән нимә эшләргә кәрәклеген уйларға кәрәк. 400 - бик күп. Тотош ауыл юҡҡа сыҡты тип иҫәпләргә була. Ҡағиҙә булараҡ, ир-егеттәр", - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров үлемесле юл фажиғәләренең төп сәбәптәрен атаны. Улар араһында - ахмаҡлыҡ та, яуапһыҙлыҡ та, бәхетһеҙ осраҡтар ҙа.

«ЮХХДИ менән берлектә йомғаҡ яһағыҙ һәм артабан нимә эшләргә кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирегеҙ», - тине республика етәксеһе.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас