+22 °С
Ямғыр


Әсә күңеле... Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновтың һәләк булыуы тураһында шаҡтай ваҡыт хәбәр йөрөй. Рәсми хәбәр булмағас, барыбыҙ ҙа мөғжизәгә ышана. Егеттең әсәһе Фәриҙә ханым улына бағышлап шиғыр ҙа яҙған.
Күңелемдең моңһоу сағы,
Улым, шылтырат әле.
Матур хәбәрҙәрең менән
Һағышты тарат әле.
Һеҙҙе уйлап торған мәлем,
Ни эшләйһегеҙ икән?
Һеҙ ҙә шулай минең кеүек
Мине уйлайһығыҙмы икән?
«Әсәй, һин сирләмә», – тиеп
Әйткән һүҙҙәрегеҙҙе
Күңелемдә йөрөтәмен,
Һеҙ шуны беләһегеҙме?
Шылтырат әле, улым, һин,
Тағы шулай ҡабатла.
Көнөм йырлап ҡына бара,
Йөҙөм балҡый аҙаҡта.