Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
6 Февраль 2023, 15:43

Ҡорбандар һаны арата бара...

Фажиғә  шул тиклем көслө булған, уның эҙемтәләре хатта күрше илдәргә лә килеп еткән. Хәбәр ителеүенсә, ер аҫты тирбәлештәре Сүриә, Ливан, Төньяҡ Кипрҙа ла һиҙелгән.

Ҡорбандар һаны арата бара...Ҡорбандар һаны арата бара...
Ҡорбандар һаны арата бара...

Төркиәлә ер тетрәүҙә һәләк булғандар 1498 кешегә етте, тип хәбәр итте ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы башлығы Юнус Сезер. Бынан алда идаралыҡ 1121 кеше һәләк булыуы хаҡында хәбәр иткәйне. "Әлеге ваҡытта һәләк булғандар - 1498 кеше, 8533 яралы, 2834  бина емерелгән".

Бөгөн төндә Төркиәлә ер тетрәгән. Һөҙөмтәлә Төркиә һәм Сүриәнең бер нисә ҡалаһында тиҫтәләгән күп фатирлы йорттар емерелгән. Әлегә ҡорбандар тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. 

Фажиғә  шул тиклем көслө булған, уның эҙемтәләре хатта күрше илдәргә лә килеп еткән. Хәбәр ителеүенсә, ер аҫты тирбәлештәре Сүриә, Ливан, Төньяҡ Кипрҙа ла һиҙелгән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас