Шоңҡар
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Февраль 2023, 12:40

Ҡырмыҫҡалы бер батырын юғалтты

- Ниндәй генә һүҙҙәр әйтелһә лә, яҡыныңды юғалтыу ҡайғыһын юйып булмай. Тимур Ришат улы, һинең алда баш эйәбеҙ һәм рәхмәт әйтәбеҙ, - тине Искәндәр Рәүеф улы һәм яугирҙең әсәһе Миңлегөл Зәкәриә ҡыҙына Башҡортостан Башлығы Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы, фиҙакәрлеге өсөн Тимур Ришат улына үлгәндән һуң бирелгән Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

Ҡырмыҫҡалы бер батырын юғалтты
Ҡырмыҫҡалы бер батырын юғалтты

 Луганск халыҡ республикаһында махсус хәрби операцияла һалдат бурысын үтәгәндә  Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылынан Тимур Ришат улы Фәйзуллин батырҙарса һәләк булды.

Һалдатты оҙатыу сараһында Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев сығыш яһаны һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм үҙенең исеменән туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
“Хөрмәтле Миңлегөл Зәкәриә ҡыҙы, Зинира, Зарина, Роберт, Тимурҙың яҡындары, туғандары, дуҫтары, яҡташтары! Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм үҙемдең исемдән ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Тимур кеүек егеттәр арҡаһында беҙҙең иртәгәһе көнгә ышанысыбыҙ, өмөттәребеҙ, алдағы көндәргә план төҙөү мөмкинлегебеҙ бар. Ул беҙҙең һәр беребеҙҙең, ҡырмыҫҡалыларҙың һәм республиканың яҡты киләсәге өсөн башын һалды.

Район хакимиәте, РФ һәм БР Республика Хөкүмәте һәм беҙҙең һәр беребеҙ яугирҙең ғаиләһе алдында мәңгелеккә бурыслыбыҙ. Беҙҙең бурысыбыҙ - яугирҙең ғаиләһен хәстәрлек менән уратып алыу. Киләһе быуындар өсөн беҙ батырҙың исемен мәңгеләштереү хаҡында уйларға тейешбеҙ.
Ниндәй генә һүҙҙәр әйтелһә лә, яҡыныңды юғалтыу ҡайғыһын юйып булмай. Тимур Ришат улы, һинең алда баш эйәбеҙ һәм рәхмәт әйтәбеҙ, - тине Искәндәр Рәүеф улы һәм яугирҙең әсәһе Миңлегөл Зәкәриә ҡыҙына Башҡортостан Башлығы Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы, фиҙакәрлеге өсөн Тимур Ришат улына үлгәндән һуң бирелгән Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

Артабан һүҙҙе район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров алды.
Бөгөн Бишауыл-Уңғар ауылының лайыҡлы улы, ысын батыр Тимур Ришат улы Фәйзуллинды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Әлбиттә, бик йәл, типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәр менән хушлашырға тура килә! Ләкин бөгөн беҙ уға һәм ошондай меңәрләгән егеттәргә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Улар тыуған илебеҙҙе, беҙҙе яҡлай, үҙҙәренең хәрби бурыстарын үтәй, - тине Әлфир Фәрхәт улы һәм бер минут тынлыҡ иғлан итте.

- Хөрмәтле иптәштәр, ауылдаштар, Миңлегөл Зәкәриә ҡыҙы! Тимурҙың класында 19 уҡыусы араһында 15 малай ине. Шул малайҙар араһында Тимур итәғәтлелеге, ярҙамсыллығы, иғтибарлылығы менән иҫтә ҡалған. Ул дуҫтарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булды. Иптәштәре әйтеүе буйынса туғандары өсөн ағай булып, гел хәстәрләп йөрөткән. Хәтерҙә булған кеше - һәр ваҡыт тере. Беҙ уны һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ. Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын, - тине Бишауыл-Уңғар мәктәбе мөдире Ильяс Вәлиев.
- Тимур ауыл йәштәре араһында ихтирамлы һәм абруйлы кеше булды. Уға йыш кәңәш һорап киләләр ине. Әсәһе, һеңлеләре, ҡустыһы өсөн ныҡлы таяныс терәк булды.
Беҙ уны юғалтыу ҡайғыһын ауыр кисерәбеҙ. Тимур хағында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр, - тине яугирҙең яҡын туғаны Алина Фәйзуллина.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр егет. Беҙҙең хәтерҙә ул ғүмерен илдең азатлығы, яҡты киләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ.
Гөлсәсәк Аласова.

Сығанаҡ: "Даирә"

 

Автор:
Читайте нас: