Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Февраль 2023, 11:00

Баймаҡ районында ауылға килгән бүрене атҡандар

Мәғлүм булыуынса, яҙға табан бүреләр әүҙемләшә, аҙыҡ эҙләп ауылдарға яҡынларға мөмкин. Һаҡ булығыҙ!

Баймаҡ районында ауылға килгән бүрене атҡандар
Баймаҡ районында ауылға килгән бүрене атҡандар

Был хәл кисә көндөҙ Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылында булған.

— Бөгөн, 7 февраль, Баймаҡ районы Ҡарамалы ауылы, бына бүре ауыл эргәһендә йөрөй. Баҫтырып килеп, бер кәртә эргәһендә атып алдыҡ, — ти видео авторы.

Һуңыраҡ һунарсылар атып алған бүре менән фотоға төшкән һәм уны социаль селтәргә урынлаштырған.

Мәғлүм булыуынса, яҙға табан бүреләр әүҙемләшә, аҙыҡ эҙләп ауылдарға яҡынларға мөмкин. Һаҡ булығыҙ!

Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: