Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Февраль 2023, 15:11

Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәү фажиғәһенән һәләк булыусыларҙың һаны 23 меңдән ашҡан

87 мең самаһы кеше фажиғә зонаһынан Төркиәнең башҡа төбәктәренә эвакуацияланған тип билдәләнә.

Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәү фажиғәһенән һәләк булыусыларҙың һаны 23 меңдән ашҡан
Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәү фажиғәһенән һәләк булыусыларҙың һаны 23 меңдән ашҡан

Төркиәләге ҙур ер тетрәү ҡорбандарының һаны 20 мең кешенән артҡан, 80 меңдән ашыуы яраланған. Был турала, илдең һаулыҡ һаҡлау министры Фәхретдин Коджуға һылтанып, РИА Новости хәбәр итә.

87 мең самаһы кеше фажиғә зонаһынан Төркиәнең башҡа төбәктәренә эвакуацияланған тип билдәләнә.

Сүриәлә 3 513 һәләк булыусы һәм 5 245 зыян күреүсе тураһында  CNN  телеканалы хәбәр итә.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Төркиә Республикаһына емерелгән ер тетрәү һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн Башҡортостандан ирекмәндәр юлланды. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса унда 25 ирекмән-ҡотҡарыусы отряды ебәрелде.

 

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-02-11/chislo-pogibshih-pri-zemletryasenii-v-turtsii-i-sirii-prevysilo-23-tysyachi-chelovek-3138938

Автор:
Читайте нас: