Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Февраль 2023, 20:13

Һәләк булыусылар 29,5 меңдән ашыу киткән

Әлегә Төркиәлә һәм Сүриәлә килтерелгән зыян 4 миллиард доллар тип баһалана, әммә сумма ҙурыраҡ та булыуы ихтимал.

Һәләк булыусылар 29,5 меңдән ашыу киткән
Һәләк булыусылар 29,5 меңдән ашыу киткән

Төркиәнең стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса идаралығы илдә ер тетрәү һөҙөмтәһендә һәләк булғандар 29 605 кешегә тиклем артыуын хәбәр итте.

TRT Haber телеканалы Хәбәр итеүенсә, ер тетрәүҙәр үҙәге урынлашҡан Кахраманмараш провинцияһының Баҙарчик районындағы юлдар яраҡһыҙ хәлгә килгән.

Әлегә Төркиәлә һәм Сүриәлә килтерелгән зыян 4 миллиард доллар тип баһалана, әммә сумма ҙурыраҡ та булыуы ихтимал.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: