Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Февраль 2023, 11:40

Ғафуриҙа тереләй янып үлгәндәр

Янғынды һүндереүгә шәхси составтан 13 кеше һәм 5 техника йәлеп ителгән.

Ғафуриҙа тереләй янып үлгәндәр
Ғафуриҙа тереләй янып үлгәндәр

Кисә кис көнө Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында  янғын сыҡҡан. Малсылыҡ комплексының корпусына ут тоҡанған. Был хаҡта   «Башинформ» агентлығы яҙа.

Янғынды һүндереүгә шәхси составтан 13 кеше һәм 5 техника йәлеп ителгән. 1400 квадрат метрҙан ашыу майҙан уттан зыян күргән.

50 баш эре малды ут ялмап алған бинанан сығарып өлгөргәндәр, 16 һыйыр тереләй янып үлгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: