Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Февраль 2023, 17:20

Башҡортостанда ер тетрәүе мөмкинме?

Был хаҡта  Рәсәй фәндәр академияһы Өфө  федераль тикшереү  үҙәгенең Геология институты директоры Сергей Ковалев бына нимә ти.

Башҡортостанда ер тетрәүе мөмкинме?
Башҡортостанда ер тетрәүе мөмкинме?

Ер тетрәүҙәр, ғәҙәттә, таулы райондарҙағы төбәктәрҙә күҙәтелә.  Башҡортостанда  бындай һәләкәт булыуы мөмкинме?  

Был хаҡта  Рәсәй фәндәр академияһы Өфө  федераль тикшереү  үҙәгенең Геология институты директоры Сергей Ковалев бына нимә ти.

"Республикала, ысынлап та, ер тетрәүҙәр була. Әммә улар бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай.

Башҡортостанда ер тетрәү -ул Камчаткала, Пермь крайында, Свердловск өлкәһендә булған хәлдәрҙең тәьҫире. Улар етди түгел.

 Төбәктә йышыраҡ техноген ер тетрәүҙәр була. Улар файҙалы ҡаҙылмалар, мәҫәлән, нефть сығарғанда барлыҡҡа килә.

 Беҙ Уралда, республикабыҙ, уның күпселек өлөшө платформала, ҡеүәтле плитала урынлашҡан. Техноген характерҙағы ер тетрәүҙәр булыуы ихтимал. Нефть күп сығарылған", - тип билдәләй Ковалев.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: