-2 °С
Ҡар
Төркиәнең Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ер тетрәү 18 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 22:31 сәғәттә 10 секунд дауам иткән. Ер аҫты һелкенеүҙәре Кахраманмарашта һәм Күрше Адыяман Һәм Газиантеп провинцияларында һиҙелгән. Әлегә биналар емерелеү ихтималлығы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Кандилли сейсмик станцияһы мәғлүмәте буйынса, магнитуда 5,3 тәшкил иткән.
6 февралдә Төркиәлә булған ер тетрәүҙәр һөҙөмтәһендә 40 642 кеше һәләк булған.