Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Февраль 2023, 09:30

ИЛШАТ РУХЫ ҠАЙТТЫ СМАҠҠА

Ап- аҡ ҡарҙар яуа, данлы “Шайморатов генерал” йыры аҫтында аҡ япма асыла, иҫтәлекле таҡтаташтан, шат йылмайып, Илшат баға. Уға әле йәшәргә лә, йәшәргә ине...

ИЛШАТ РУХЫ ҠАЙТТЫ СМАҠҠА
ИЛШАТ РУХЫ ҠАЙТТЫ СМАҠҠА

Мәләүез районының Смаҡ ауылында хәрби бурысын үтәп һәләк булған генерал Шайморатов батальоны яугиры, хөрмәтле ауылдаштары Илшат Тимербулат улы Иманғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асыу митингыһы уҙҙы. Яугиргә таҡтаташ ҡуйыуҙы Илмира Фәйзуллина етәкселегендә Илшаттың бергә уҡыған класташтары башҡарып сыҡты.

Тантанала ауыл халҡы, Динис Бүләков исемендәге Арыҫлан урта мәктәбе мәктәбе коллективы, Илшат Иманғоловтың әсәһе Хөснә апай һәм уның яҡындары ҡатнашты.

Ап- аҡ ҡарҙар яуа, данлы “Шайморатов генерал” йыры аҫтында аҡ япма асыла, иҫтәлекле таҡтаташтан, шат йылмайып, Илшат баға. Уға әле йәшәргә лә, йәшәргә ине...

Смаҡ ауылы ир уҙаманының данын киләсәк быуын белер, ошо иҫтәлекле урында илһөйәрлек тәрбиәһе биреү дәрестәре уҙыр, яҡташтары уны һис тә онотмаҫ.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ. 

Фото: Тәлғәт ШАҺМАНОВ. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: