Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Март 2023, 18:26

Башҡортостанда 22 бала ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған

Билдәле булыуынса, балалар Айгөл ауылы мәктәбенә уҡырға китеп барған.

Башҡортостанда 22 бала ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған
Башҡортостанда 22 бала ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған

3 мартта Стәрлетамаҡ районында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, иртән Стәрлетамаҡ - Федоровка автомобиль юлының 15-се саҡрымында Peugeot Boxer автобусы рулендәге 54 йәшлек водитель төп юлға сыҡҡанда «ВАЗ-21099» менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында бер кем дә йәрәхәтләнмәгән, транспорт механик зыян күргән.

Билдәле булыуынса, балалар Айгөл ауылы мәктәбенә уҡырға китеп барған. Уҡыусылар белем усағына йәйәү барып еткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү алып барыла.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-03-03/v-bashkirii-avtobus-s-22-detmi-v-salone-popal-v-dtp-3164605

Автор:
Читайте нас: