Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
23 Март 2023, 05:05

Араларында 14 йәшлек ҡыҙҙар ҙа булған

Ете төн уртаһында уларға нимә етмәгән икән?

Араларында 14 йәшлек ҡыҙҙар ҙа булғанАраларында 14 йәшлек ҡыҙҙар ҙа булған
Араларында 14 йәшлек ҡыҙҙар ҙа булған

Тәфтиш идаралығы Белорет районында алты бәлиғ булмаған бала зыян күргән, шул иҫәптән бер егет һәләк булған ЮЛ-ТРАНСПОРТ ваҡиғаһы факты буйынса эске эштәр органдарынан материалдар тапшырыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 23 мартта төндә Тирлән ауылында СОВЕТ урамында «ВАЗ 21102» автомобиленең 17 йәшлек водителе  «УАЗ» автомобиле менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә бәлиғ булмаған водитель шунда  уҡ һәләк була, уның биш пассажиры, шул иҫәптән 14 йәшлек өс ҡыҙ һәм 16 һәм 17 йәшлек ике егет төрлө тән йәрәхәттәре ала һәм дауаханаға оҙатыла. Зыян күреүселәрҙең барыһы ла Тирлән ауылы халҡы.

Башинформ

Фото: РӘСӘЙ ТӘФТИШ КОМИТЕТЫ

Автор:
Читайте нас