Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
29 Март 2023, 14:35

Илназ Ғәләүиевҡа һеҙ ниндәй яза бирер инегеҙ?

Өсөнсөнән, бөгөн Илдус Нафиҡов судтан Илназ Ғәләүиевты ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүҙәрен һораны.

Илназ Ғәләүиевҡа һеҙ ниндәй яза бирер инегеҙ?Илназ Ғәләүиевҡа һеҙ ниндәй яза бирер инегеҙ?
Илназ Ғәләүиевҡа һеҙ ниндәй яза бирер инегеҙ?

29 мартта Татарстан Юғары суды ҡазанда 175-се гимназияла булған фажиғәнән һуң асылған енәйәт эшен ҡарауҙы дауам итә. Әлеге хәл буйынса бер нисә мөһим яңылыҡ та яңғыраны. Был хаҡта tatar-today.ru хәбәр итә.

Беренсенән,  ғәйеп итеүсе яҡтың сығышын зыян күреүселәр биш ай буйына көттө.

Икенсенән, бөгөн суд бәхәстәрендә ҡатнашыу өсөн прокурор Илдус Нафиҡов шәхсән үҙе килде. Уның сығышы ике сәғәт дауам итә. Ул 11 май көндө булған фажиғә бөтә  ил халҡын тетрәндерҙе, тине. Илназ Ғәләүиевтың ҡот осҡос ҡылығы  ете уҡыусы, ике уҡытыусының гүмерен өҙә, 600-ән артыҡ кеше зыян күрә. Өсөнсөнән, бөгөн Илдус Нафиҡов судтан Илназ Ғәләүиевты ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүҙәрен һораны. Беренсе  биш йылға — төрмәгә ултыртырға, ҡалған ваҡытын махсус режимдағы колонияға күсерергә тәҡдим итә.

Шулай уҡ прокурор зыян күреүселәр һораған суммалар менән ризалашты. Илназ Ғәләүиев ғаиләләргә 100 миллион һумдан артыҡ, Ҡазан Башҡарма комитетына яҡынса миллион ярым һум аҡса түләргә тейеш. Был — мәктәпкә зыян килтергән өсөн. Илдус Нафиҡов сығышынан һуң, Ғәләүиевтең адвокаты бөгөн бәхәстәргә күсә алмаясағын әйтте. Ул әҙерләнеү һәм Илназ менән аралашып ҡайһы бер нескәлектәргә асыҡлыҡ индереү өсөн, ике аҙна ваҡыт кәрәк, тине. Ултырыш 10 апрелгә билдәләнде. Шул уҡ көндө Илназ Ғәләүиев һуңғы һүҙен ла әйтер, тип көтөлә.

Фото:m.fishki.net

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас