Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
20 Апрель 2023, 16:36

Янғынды һүндерәм тип...

Ҡурҡыныс хәл Көшөл ауылында булған.

Янғынды һүндерәм тип...Янғынды һүндерәм тип...
Янғынды һүндерәм тип...

Дүртөйлө районында пенсионер урамдағы янғынды һүндерәм тип һәләк булған.

Ҡурҡыныс хәл Көшөл ауылында булған. 78 йәшлек пенсионерҙың баҡсаһы янында ҡоро үлән янып киткән. Ут тиҙ арала биләмә буйлап таралған. Инәй йүгереп сығып, ялҡын телдәрен «ауыҙлыҡларға» маташҡан. Һөҙөмтәлә үҙенең кейеме янып киткән.

Тәненең 85 проценты бешкән пенсионерҙы дауаханаға оҙатҡандар. Янғын һүндереүселәр килеп, 15 минут буйы янғынды һүндергән. Ҡыҙғаысҡа ҡаршы, зыян күреүсе бер нисә сәғәттән дауаханала вафат булған. Тәүтикшереүсе фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_58267

Автор:
Читайте нас