Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
24 Апрель 2023, 14:00

Була ла бит арыҫлан йөрәкле ҡатындар!

Фәймә Ишморатова «Нива» автомобилен 2 мең саҡрым үтеп, махсус операция биләмәһенә алып барған. Был турала Баймаҡ районы хакимиәтендә хәбәр итәләр. Ҡатын ошонда тыуып үҫкән, хәҙер Өфөлә йәшәй.

Була ла бит арыҫлан йөрәкле ҡатындар!Була ла бит арыҫлан йөрәкле ҡатындар!
Була ла бит арыҫлан йөрәкле ҡатындар!

Курск һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған мичмандың ҡатыны Фәймә Ишморатова СВО-лағы хәрбиҙәргә ярҙам итә. Был хаҡта "Башҡортостаным/яңылыҡтар яҙв.

Фәймә Ишморатова «Нива» автомобилен 2 мең саҡрым үтеп, махсус операция биләмәһенә алып барған. Был турала Баймаҡ районы хакимиәтендә хәбәр итәләр. Ҡатын ошонда тыуып үҫкән, хәҙер Өфөлә йәшәй.

«Күптән түгел Фәймә Ишморатова махсус хәрби операция территорияһына «Нива» автомобилен алып барып ҡайтты, был уның СВО. зонаһына өсөнсөгә барыуы», — тип белдерәр хакимиәттә.

Ҡатындың яҙмышы ябай түгел. Уның ире, мичман Фәнис Ишморатов 2000 йылдың 12 авгусында Курск һыу аҫты кәмәһендә күнегеүҙәр ваҡытында һәләк була. Ни бары 26 йәшлек егет. 

Улы Данис та атаһының эшен дауам итеү тураһында хыяллана һәм әсәһе уның ихтыярына ҡамасауламай. Ул СВО-ла хеҙмәт итергә ҡарар итә.

Фото: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас