

Шишмә ҡасабаһында 9 майға ҡараған төндә Башҡортостандан билдәле блогер 33 йәшлек Диана Сәфәрова аварияла һәләк булған. Һөҙөмтәлә 3 сабый әсәйһеҙ ҡалған.
Диана Сәфәрованың үлемен социаль селтәрҙә уның ағаһы, билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиев раҫлаған. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығының үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә сәғәт төнгө бер тирәһендә Шишмә ҡасабаһының Революция урамында булған. Honda Civic машинаһына идара иткән 33 йәшлек ҡатын ҡоймаға бәрелгән һәм алынған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.
- Авария теркәлгән урындан яҡында ғына күҙәтеү камераһы булған «Абсолют» магазины барлығы асыҡланды. Видеола Honda Civic машинаһының Toyota Camry автомобилен уҙып китеүе күренә. "Тойота"ның фажиғәлә ҡатнашыу-ҡатнашмауы тикшерелә, - тип хәбәр ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_59283