

Шул нәмәләр ҡалаларҙа бәшмәк кеүек ҡалҡа. Шаурма әҙерләгән киосктарҙы әйтәм. Үҙҙәрендә әллә таҙалыҡ тәртиптәре һаҡлана, әллә юҡ. Шул киоск янында һәр ваҡыт кешеләр тора. Бер ҡараһаң, иҫ киткес ризыҡ та түгел кеүек. Ана бит Мәләүездә 17 кеше шаурма ашап ағыуланған!
8 майҙа Мәләүез үҙәк район дауаханаһына аҙыҡтан ағыуланыу билдәләре менән 17 кеше, шул иҫәптән 9 бала килтерелгән. Асыҡланыуынса, уларҙың барыһы ла яңыраҡ асылған киосктан шаурма һатып алған. Ашағандан һуң барыһы ла үҙен насар тойған, ашығыс ярҙам машинаһы саҡырғандар.
Шул уҡ көндә Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты ғәйеплеләрҙе тапҡан. Ә Роспотребнадзор идаралығы бинаны йоҙаҡлаған. Артабан эпидемиологик тикшереүҙәр үткәреләсәк.
Башҡортостаным/яңылыҡтар
Фото: ирекле сығанаҡ