Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
12 Май 2023, 10:35

СВО-ла ҡатнашыусылар юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ ҡабул ителерме?

Һеҙҙеңсә, ошондай ташлама кәрәкме? 

СВО-ла ҡатнашыусылар  юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ ҡабул ителерме?СВО-ла ҡатнашыусылар  юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ ҡабул ителерме?
СВО-ла ҡатнашыусылар юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ ҡабул ителерме?

Дәүләт Думаһына махсус операцияла ҡатнашыусыларға урта һәм юғары белем биреү программалары буйынса уҡытыу йорттарына имтихандарһыҙ инеү хоҡуғы биреүҙе тәҡдим итеүсе закон проекты индерелгән.

Тәҡдим менән Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре комитеты рәйесе, КПРФ фракцияһы депутаты Нина Останина сығыш яһай.

Проектҡа ярашлы, урта йәки юғары белем биреү  уҡыу йортона инеү мөмкинлеге демобилизациянан һуң өс йыл дауамында әңгәмә шарты меенән СВО ҡатнашыусылары өсөн ғәмәлдә буласаҡ.

Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар уҡый аласаҡ һөнәр төрҙәрен РФ Хөкүмәте билдәләйәсәк.

Фото: Бәйләнештә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас