

"Башҡортостанстат" етәксеһе Әкрәм Ғәниев, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, дәүләт статистикаһының почетлы хеҙмәткәре 65-се йәшендә вафат булды. Был хаҡта Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙә хәбәр итә. Үлем сәбәптәре тураһында хәбәр ителмәй.
Әкрәм Ғәниев 1959 йылдың 3 ғинуарында Салауат районының Көҫәпәй ауылында тыуған. Статистика ведомствоһында 1983 йылда эшләй башлай: 1994 йылға тиклем БАССР Статистика идаралығының бүлек начальнигы була, 1994 йылдан 2000 йылға тиклем төбәк Дәүләт статистика комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, һуңынан органды етәкләй. Ведомство 2005 йылда Росстаттың территориаль органы итеп үҙгәртелгәндән һуң, һуңғы көндәренә тиклем уға идара итеүҙе дауам итә. Дөйөм алғанда ул ведомствоға егерме йылдан ашыу етәкселек итте.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото:https://02.rosstat.gov.ru/